понедельник, 5 ноября 2012 г.

“Ҙур егерме” Вашингтонға баҫым яһай.




Мехиколағы Ҙур егермесаммиты пессимизм менән башланды. Көтөлгәнсә, үҙәк тема булып финанс көрсөгө һәм тәү сиратта АҠШ финанс дисбалансы торҙо.  Донъяның алдынғы иҡтисад вәкилдәре,  Америка өлөшләтә булһа ла бюджет дефициты һәм ғәйәт ҙур тышҡы бурыстары менән хәлде яйға һалһын өсөн, Вашингтонға етди баҫым яһарға ниәтләй.

Һиндостандың финанс министры һөйләй:

“АҠШ үҙенең финанс дисбалансына яуап табырға тейеш. Шишәмбе кем генә президент булһа ла, конгресс менән эшләргә һәм яуап эҙләргә тура киләсәк. Европа үҙ йортонда тәртип булдырырға тейеш. Минең уйымса, Европаның күрәһеләре алда әле. Унда ла, яуап табып, үҫеште тәьмин итеү юлдарын табырҙар, тип өмөтләнәм.”

Осрашыу  донъяла мөһим роль уйнаған илдәрҙәге етди үҙгәрештәр фонында бара: АҠШ-тағы президент һайлауҙарына бер нисә генә көн ҡалды, Ҡытай коммунистар фирҡәһенең съезы буласаҡ, ә уның һөҙөмтәләре буйынса Ҡытай етәкселегендә ҙур үҙгәрештәр көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий