Польшала һуңғы көндәрҙә, ялған араҡы менән ағыуланып, кәм
тигәндә 7 кеше һәләк булды. Шуларҙың бишәүһе илдең
төньяҡ- көнбайышындағы Старгард-Щециньски ҡалаһында урындағы сауҙа селтәренән алынған
спиртлы эсемлектәрҙе эсеп үлгән. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, эсемлектәрҙә
метанол булырға тейеш. 2 кеше Гнезно ҡалаһында ағыуланып вафат булған. Йәнә 6
кеше ағыуланыу билдәләре менән хәстәханаларҙа ята.
Сентябрь башында күрше Чехияла ла
составында метил спирты булған ялған спиртлы эсемлектәр эсеп ағыуланыусылар
байтаҡ ине. Ағыуланыу ҡорбандары бер нисә тиҫтәгә барып еткәс, ил властары
спиртлы эсемлектәрҙе етештереү һәм һатыуға сығарыуҙы ҡаты контроль аҫтына алырға
мәжбүр булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий