суббота, 29 декабря 2012 г.

Ҡытай интернет контролен йәнә көсәйтә.



Ҡытай властары интернет контролен йәнә көсәйтә. Халыҡ вәкилдәре Бөтә Ҡытай йыйынының Даими комитеты яңы ҡағиҙәләрҙе раҫланы. Уның буйынса, илдәге бөтә донъя селтәре ҡулланыусылары интернет- ресурстарҙа үҙ исемдәре аҫтында теркәлергә тейеш. Рәсми версия буйынса, был сара “интернеттағы мәғлүмәт хәүефһеҙлеге; граждандарҙың, учреждениеларҙың һәм ойошмаларҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен, шулай уҡ милли именлекте һәм ижтимағи мәнфәғәттәрҙе яҡлауға”йүнәлтелгән.
“Ҡытайға интернет килгәне бирле, Ҡытай хөкүмәте экранлаштырыу, блок ҡуйыу һәм тыйыуҙар ярҙамында байтаҡ сикләү саралары индерҙе,- ти Гонконг блоггеры.-Ул хатта сит ил сайттарына ҡаршы файервол төҙөүгә миллиардлаған долларҙар бүлде. Улар Конституция талап иткән һүҙ азатлығын булдырырға теләмәй, сөнки был уларҙың мәнфәғәттәренә зыян килтерә.”
Ҡытайҙа элегерәк Facebook, Twitter һәм YouTube кеүек көнбайыш ресурстарына блок ҡуйылғайны, шулай уҡ ҡаршылыҡ акцияларын ойоштороу һәм илдәге ваҡиғаларҙың рәсми булмаған трактовкаһын биреү өсөн платформа булып файҙаланылған ҙур микроблогтар порталында мотлаҡ үҙ исемең менән теркәлеү ҡаралғайны.
/ firewall- файервол-селтәрҙәге һөжүмдәрҙән яҡлаусы программа, алынған мәғлүмәтте һөҙә, фильтрлай./

Комментариев нет:

Отправка комментария