суббота, 29 декабря 2012 г.

Греция: автомобиль хәрәкәт итеү сараһы түгел, зиннәт.



Гректар яңы йыл алдынан автомобилдәренән ҡотолорға тырыша. Илдәге финанс хәле шул ҡәҙәр ҡырҡыу тора, күп граждандар автомобиль һалымын түләй алмай. Был көндәрҙә меңдәрсә гректар, автмобиль танытмаһын һәм номерын тапшырыу өсөн, сиратҡа баҫа. Уҙған йылдың декабре менән сағыштырғанда автомобилдәрҙән баш тартыусылар һаны 15 процентҡа артҡан.

Афина халҡы һөйләй:

Мин әле генә автомобиль номерымды тапшырҙым. Беҙҙең ғаиләлә 2 машина, уларҙың икәүһе өсөн дә һалым түләй алмайым.”

“Автотранспортҡа аҡса бүлерҙән алда ғаиләңдең нимә ашаясағын, электр, телефон өсөн нисек түләйәсәген һәм тағы ла меңдәрсә шундай ваҡ- төйәкте уйларға кәрәк.”

Минең бәләкәй генә машинам бар. Бөгөн ҡыҙымдың машина номерын тапшырҙым, сөнки ул 2 йыл инде эш таба алмай.”

Афина урамдары күҙгә күренеп иркенәйҙе. Велосипедтар һатыу күләме ҙур тиҙлек менән артыуы билдәле. Күрше ил халҡы, Грециялағы ауыр хәлдән файҙаланып, һалым түләү айырыуса ҡиммәткә төшкән  двигатель күләме ҙур булған автомобилдәрҙе юҡ ҡына хаҡҡа һатып ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий