пятница, 28 декабря 2012 г.

Мавзолей көмбәҙ аҫтында.



Ленин мавзолейы киләһе йылдың 30 апреленә ҡәҙәр ремонтҡа ябылды. Уның өҫтөндә ғәләмәт ҙур өрмә көмбәҙ барлыҡҡа килде. Эштәр бинаның тышҡы яғында атҡарыласаҡ. Көмбәҙ Кремль күренешен боҙоуға юл ҡуймаясаҡ, шулай уҡ тәғәйенләнгән эштәрҙе ыңғай температурала башҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Юлбашсының кәүҙәһе бина эсендә ҡаласаҡ.

Медико- биологик структуралар лабораторияһы эксперттары кәшәнәлә йыл ярым һайын уҙғарылып торған планлы эш алып барасаҡ.

Рәсәй йәмәғәтселегендә иһә Ленинды ерләү тураһында бәхәстәр туҡтамай:

“Артабан хәрәкәт итергә кәрәктер, моғайын, әтеү күңел асыу сараһы таптылар. Туристарҙың күңелен табыу өсөн, альтернатива табырға була. Мәскәүҙә күрһәтерлек урындар күп...”

“Ерләргә кәрәкмәй. Уның ниндәй насарлығы бар. Был элекке замандан ҡалған иҫтәлекле урын. Үткәндәрһеҙ бөгөнгө юҡ, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ, шуға күрә ята бирһен. Ашарға һорамай бит ул.”

“Мавзолей”комплексы һәм уға теркәлгән трибуналар ремонтһыҙ 80 йылдан ашыу торҙо. Мавзолейҙы майҙа йәнә инеп күрергә мөмкин буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий