пятница, 28 декабря 2012 г.

Пакистан: Бенәзир Бхуттоның улы сәйәсмән буласаҡ.



Пакистанда 5 йыл элек террористар тарафынан үлтерелгән Бенәзир Бхуттоның хәтер көнөндә уның улы Билавала Бхутто-Зардари сәйәси карьераһы башланыуы хаҡында иғлан итте.

Белдереүҙе ул һәләк булған әсәһе иҫтәләгәнә арналған тантанала Бхутто ғаиләһе кәшәнәһе алдында яһаны.

Телмәрендә Билавала былай тип белдерҙе: “Мин ғазаптар кисергән ҡатындың вариҫы. Бер Бхуттоны үлтереп, һеҙ һәр йортта Бхуттоны табасаҡһығыҙ.” Тиҫтәләрсә мең пакистанлы һәләк булған премьер- министрҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн килде.

Билавала Бхутто-Зардариға әле 25 йәш юҡ, шуға күрә ул 2013 йылдың яҙындағы парламент һайлауҙарында ҡатнаша алмаясаҡ.

Шуға ҡарамаҫтан, ул әсәһе һәләк булғас та, идара итеүсе Пакистан халыҡ фирҡәһенә етәкселек итә башланы. Билаваланың атаһы, Пакистандың әлеге президенты Асиф Али Зардари уның менән бергә фирҡә рәйесе вазифаһын биләй.

Күҙәтеүселәрҙең белдереүенсә, улар алдында фирҡә реформаһын үткәреү бурысы тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий