суббота, 1 декабря 2012 г.

Лукин: Копейскта тотҡондарҙың хоҡуҡтары боҙолған.



Рәсәйҙең кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Владимир Лукин колонияларҙа, шул иҫәптән  үткән аҙнала тәртипһеҙлектәр булған Копейскта ла граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙар булыуы хаҡында хәбәр итте.

 Лукин был турала Мәскәүҙәге матбуғат конференцияһында әйтте. Тәфтиш Копейск колонияһындағы тәртип боҙоуға ҡағылышлы документтарҙы ентекләп тикшерер тигән өмөт белдерҙе.

“Силәбе өлкәһенең енәйәт буйынса башҡарма системаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә лә, донъяла ла киң билдәле, сөнки 2008 йылда унда хөкөм ителгән 4 кеше һәләк булды, ә урындағы ФСИН (Федеральная служба исполнения наказания) енәйәт эше буйынса ялған  материалдар әтмәләргә маташты. ”

Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһы колонияһындағы сыуалыштар ҙур ижтимағи яңғыраш алды.
Йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы талап итеп, йөҙҙәрсә тотҡон ҡаршылыҡ акцияһы үткәрҙе. Үҙҙәре белдереүенсә, колония хеҙмәткәрҙәре, уларҙы ҡурҡытып, аҡса талап иткән. Тотҡондарҙың туған- тыумасаһы колония янында теләктәшлек акцияһы уҙғарған. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы ОМОН ҡыуып таратҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий