воскресенье, 2 декабря 2012 г.

Ҡаһирәлә Мөрcиҙе яҡлаусы исламистар хәрәкәте акцияһы.



Ҡаһирәлә шәмбе көн Мысырҙың исламистар хәрәкәте, Мөхәммәт Мөрсиҙе һәм уға ғәҙәттән тыш вәкәләттәр биргән, уҙған аҙнала ҡабул ителгән Конституция декларацияһын яҡлап, күләмле ҙур акция уҙғара. “Мосолман туғандар,” салафиттарҙың “Ән- Нур”фирҡәһе һәм башҡа төркөмдәр тиҫтәләрсә мең халыҡты йыйҙы. Ул Ҡәһирә университеты янында үтә. Маҡсаты-күпселек мысырлыларҙың Мөрси яҡлы булыуын күрһәтеү.

“Беҙ бөтә мосолмандар ҙа үҙ хоҡуҡтарына эйә булыуын теләйбеҙ. Кем риза түгел- башын стенаға бәрһен. Демонстрацияла кешеләр күбәйгәндән- күбәйә. Беҙ президент менән һәм шуны әйтмәксебеҙ:  беҙ ошонда йоҡлаясаҡбыҙ, беҙ ошонда үләсәкбеҙ. Әгәр Таһрирға барырға уйлаһаҡ, беҙ унда барасаҡбыҙ.”

“Беҙ бында президентҡа мөрәжәғәтнамә еткерер өсөн. Беҙ президентыбыҙҙы хуплайбыҙ, ул бирешмәҫкә тейеш.”

Президент Мөрсиҙең исламист дуҫтары тәүәккәл эш итмәксе. Үҙ сиратында, уға ҡаршы булғандар, либераль- демократик көстәр вәкилдәре, Таһрир майҙанында палаткаларҙан торған лагерь ҡороп ҡуйҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий