воскресенье, 2 декабря 2012 г.

Талиптар Афғанстандағы хәрби- һауа базаһына һөжүм иткән.



Йәкшәмбе көн иртән талиптар Пакистан менән сиктәш булған Джелалабад ҡалаһындағы америка хәрби- һауа базаһына һөжүм иткән.

Өс афған һаҡсыһы һәм бында йәшәгән ике кеше теракт ҡорбаны булған. Үҙен үлемгә дусар иткән террорист автомобилгә һалынған бомба шартлағанда үлгән.

Теракт урынында үткәрелгән операция барышында 7 талип юҡ ителгән, НАТО коалицияһы көстәренең бер нисә хеҙмәткәре, 6 афған хәрби хеҙмәткәре тән йәрәхәттәре алған.

Февраль айында ла, үлемгә дусар ителгән террористың базаға һөжүме арҡаһында, 9 кеше һәләк булғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий