воскресенье, 2 декабря 2012 г.

Португалияла аслыҡ менән көрәш кампанияһы.



1-нән 9 декабргә ҡәҙәр Португалияның Аҙыҡ- түлек хәйриә банкы илдәге аслыҡ менән көрәш кампанияһы үткәрә. Супермаркеттарҙа волонтерҙар дежурҙа тора, улар һатып алыусыларға яғымлы, ләкин ныҡышмалы рәүештә астарға теләктәшлек күрһәтергә һәм ашамлыҡтары менән бүлешергә тәҡдим итә.

Португалияла 1992 йылда мохтаждар һаны 15 мең булһа, быйыл уларҙың иҫәбе 370 меңгә барып еткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий