Испанияла һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә буласаҡ реформаға
ҡаршы акциялар дауам итә. Ил хөкүмәте, дәүләт ҡарамағындағы хәстәханаларға
приватизация үткәреп, 7 миллиард евро экономияларға уйлай.
Йәкшәмбе көн тиҫтәләрсә мең кеше Мадрид урамдарына
сыҡты.
“Хөкүмәт оҙаҡ ваҡыт тырышлыҡ һалып яуланған
льготаларыбыҙҙы тартып ала. Беҙ бында үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлар өсөн, үҙебеҙҙекен
кире ҡайтарыр өсөн килдек,-”ти
паралимпия спортсыһы.
Манифестацияла илдең төрлө мөйөштәренән 300 автобуста
килгән бик күп оло йәштәге кешеләр һәм инвалидтар ҡатнашты.
“Испанияла мөмкинлектәре сикләнгән 4 миллион кеше
йәшәй. Беҙгә ярҙам кәрәк. Беҙ ярҙамдың ҡыҫҡартылыуына риза, әммә был ҡәҙәр
күләмдә түгел,-”ти акцияла ҡатнашыусы.
Властар хәстәханаларҙы приватизациялауҙан тыш улар
менән идара итеүҙе махсус компанияларға
тапшырырға, һәр яҙылған рецепт өсөн аҡса түләтергә ниәтләй. Демонстрацияла
ҡатнашыусылар реформаның хәйерселекте арттырыуына шикләнмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий