Израиль Иерусалимда
һәм башҡа райондарҙа йорттар төҙөүҙе дауам итәсәк. Был хаҡта премьер- министр
Биньямин Нетаньяху хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Министрҙар кабинеты БМО Генераль
ассамблеяһының Палестинаға дәүләт- күҙәтеүсе статусын бирергә ҡарар итеүен
хупламаны. Бынан тыш Израиль властары декабрҙән алып палестиналыларға һалым һәм
пошлина рәүешендә йыйылған аҡсаларҙы күсереүҙе туҡтатты.
Биньямин Нетаньяху: “Беҙ
Иерусалимда һәм башҡа райондарҙа төҙөйбөҙ һәм төҙөйәсәкбеҙ, сөнки был урындар
милли мәнфәғәттәр стратегияһы картаһында тора. Палестина автономияһының БМО
Генассамблеяһында үҙ аллы эш итеүе Израиль дәүләте менән төҙөлгән килешеүҙе
боҙоу ул. Шулай итеп, хөкүмәт Генассамблея ҡарарынан баш тарта.”
Халыҡ- ара баҫымға
ҡарамай, Израиль властары Иерусалимда һәм Иордандың Көнбайыш ярында 3 мең берәмек
торлаҡ төҙөргә ҡарар итте.
Палестина властары
йорттар төҙөүҙе туҡтатыуҙы тыныслыҡ хаҡындағы һөйләшеүҙәр башлауҙың мотлаҡ
шарты итеп ҡуя.
Комментариев нет:
Отправить комментарий