понедельник, 3 декабря 2012 г.

БМО-ла тауыш биргәндән һуң, Рамаллахта Мәхмүт Аббасты тантаналы ҡаршылау.



Рамаллахта Палестина милли администрацияһы башлығы Мәхмүт Аббасты меңдәрсә кеше шатланып ҡаршы алды. Ул Генераль ассамблеянан Палестинаға БМО-ла хөкүмәт- күҙәтеүсе статусын алып ҡайтты.

Генассамблея ҡарарын Мәхмүт Аббас “тыныслыҡ, азатлыҡ һәм халыҡ- ара таныуҙың еңеүе”тип атағайны. Рамаллахта сығыш яһағанда, ул шул уҡ фекерҙе киңәйтте:

“Хәҙер беҙҙең дәүләтебеҙ бар. Палестинаны дәүләт итеп таныу барыһын да үҙгәртә. Яңы ысынбарлыҡ хаҡында һөйләй ул. Беҙ шуны аңларға тейеш: һеҙҙең еңеү һуғыш, колонизация һәм оккупация көстәре ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Мәҫәлән, БМО Генассамблея ҡарары Палестинаға, Израилгә дәғүә белдереп, оккупацияланған территорияларҙы азат итеүҙе талап итеп, Гаагалағы Халыҡ- ара судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий