среда, 19 декабря 2012 г.

Бөтәгеҙ ҙә Бюгарашҡамы?



21 декабрь алдынан Францияның Бюгараш ауылындағы буш йорттарында һәм ҡунаҡханаһында бөтә урындар һатып алып бөтөлгән. Ауыл янында тылсымлы тау урынлашҡан- ҡайҙандыр ҡалҡып сыҡҡан хәбәр буйынса, кешеләр унда “ахыры заман”осорон имен- аман үткәреп ебәрә аласаҡ.

Туристарҙы ул яҡтарҙа әле үк осратырға мөмкин. Бюгараш тауы 1230 метр бейеклектә, Франция һәм Андорра араһында урынлашҡан. 2012 йылдың 21 декабре яҡынлашҡан һайын, ул ахыры заман етеүенә ышанғандарҙы үҙенә тартып тороусы урынға әүерелде.

“Ахыры заман хаҡында хәбәрҙәр ҡуйырғандан- ҡуйырҙы. Әммә бында, ысынлап та, аңлатып булмаҫлыҡ нәмәләр булып тора,-”ти кафе хужаһы. Уны аңларға була: туристар ни ҡәҙәр күберәк булһа, уға шул ҡәҙәр яҡшыраҡ бит. Ә бына халҡы 200 кешенән торған ауыл мэры иһә туристарҙы бында килмәҫкә өгөтләй:

“Ғүмерҙә булмаясаҡ нәмә хаҡында һүҙ ҡуйыртыуҙары эсте бошора. Мөмкин булмаған хәл бит был. Ерҙә башҡа урындар бөткәнме ни, ниңә тап беҙгә ағылалар?

Полиция әҙерлек хәлендә. Туристарҙың ныҡ күбәйеүе арҡаһында, урындағы властар 19 декабрҙән 23 декабргә ҡәҙәр тауға барыусылар һанын сикләргә ҡарар итте.

Төрлө илдәрҙең ғалимдары ахыры заман тураһындағы хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Уларҙың әйтеүенсә, майя халҡының юрауын дөрөҫ аңламағандар. Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий