Мәғлүмәт агенстволары
хәбәр итеүенсә, 1 декабрҙән алып ҡаты һалҡындар 37 кешенең ғүмерен киҫкән.
Быйылғы ҡыш, медицина ярҙамы һорап, 190 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 162- һе
хәстәханаға оҙатылған.
Синоптиктар
һалҡындарҙың артабан көсәйеүен хәбәр итә. Һыуыҡтар аҙна аҙағына тиклем дауам
итәсәк.
Украинаның көнбайышында
ҡарҙың күп яуыуы юл тығындары барлыҡҡа килтерҙе. Йәкшәмбе Киев- Чоп трассаһында
ҙур тығын барлыҡҡа килде, уның оҙонлоғо, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 15-30
километрға һуҙылған.
“Беҙҙең бензин бөтөп
килә. Кискә ҡәҙәр етәсәк, ә артабан нимә булыр, белмәйем. Балалар менән туңып
үлеүебеҙ бар бында,-”ти тығынға эләккән ғаилә башлығы.
Йөҙҙәрсә кешеләр, еңел
автомобилдәр, йөк машиналары һәм автобустар тәүлек буйы тығында ултырған. Ил
буйынса 1800 транспорт сараһын ҡар әсирлегенән ҡотҡарғандар. Юлдарҙы таҙартыуға
18 мең ҡотҡарыусы, 4 мең берәмек юл техникаһы йәлеп ителгән.
Хәбәр итеүҙәренсә, көнбайыш
Украинаның ҡайһы бер райондарында температура 28 градусҡа ҡәҙәр төшкән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий