среда, 19 декабря 2012 г.

Пакистанда врачтарҙы үлтерәләр.



Пакистанда врачтарҙы эҙәрлекләйҙәр: ике көн эсендә халыҡҡа полиомиелитҡа ҡаршы прививка эшләгән 6 медицина хеҙмәткәре үлтерелгән. Шишәмбе 20 минут эсендә Карачиҙың төрлө райондарында 4 ҡатын атып үлтерелгән.
Полицияның фекере буйынса, был алдан ныҡлап әҙерләнгән һөжүм. Үлтерештәр өсөн берәү ҙә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алманы, әммә врачтарға урындағы талиптар әллә нисә тапҡыр янаған булған.
“Төш ваҡытында коллегаларыма атыуҙары хаҡында мәғлүмәт алдым. Командаларҙың береһе менән бәйләнешкә индем-“барыһы ла яҡшы”, тиҙәр. Икенсе командаға шылтыраттым-яуап юҡ. Хәүефләнеп, улар янына киттем,”-ти вакцинация буйынса программа етәксеһе.
Талиптар фекере буйынса, врачтар Америка шпионы булыуы ихтимал. Баҡтиһәң, уҙған йыл гепатитҡа ҡаршы вакцинация һылтауы аҫтында ЦРУ хеҙмәткәрҙәре Усама бен Ладенды тапҡан икән.
Пакистан- Афғанстан һәм Нигерия менән бергә- полиомиелит эндемик ауырыу булып ҡала килгән илдәр иҫәбендә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий