Утрауҙарҙа урынлашҡан
Фиджи дәүләте халҡы “Эван” тропик циклоны һалған зыянды иҫәпләй.
Шишәмбе иртән халыҡ
емереклектәрҙең шаһиты булды: өй ҡыйыҡтары алып ырғытылған, ағастар тамырҙары
менән йолҡонған, автотрассалар сүп- сарға күмелгән.
Күбеһенсә Австралия
туристары үҙ иткән Фиджи архипелагының төньяҡ һәм көнбайыш утрауҙары тәбиғәт
ҡазаһынан айырыуса ныҡ зыян күргән.
Ел тиҙлеге унда
сәғәтенә 230 километрға барып еткән. Уҙған төндө 8 меңдән ашыу кеше илдә махсус
рәүештә ойошторолған эвакуация үҙәктәрендә үткәрҙе.
Йортона ҡайтҡан
урындағы ҡатын бына нимә тип һөйләй:
“Емереклектәрҙе
күргәс, тәүге уйым шул булды: быларҙы ни хәл генә йүнәтербеҙ? Бәхеткә күрә,
күршеләрем килде лә “Ҡайғырмағыҙ, ярҙам итербеҙ!”- тинеләр.
“Эван” 5 баллы шкала
буйынса 4 балл менән баһалана. Уны региондағы һуңғы 20 йыл эсендәге иң ҡеүәтле
циклон, тип атанылар. Шуға ҡарамаҫтан, ҡорбандар булманы. Ә бына күрше Самоа
дәүләтендә тәбиғәт ҡорбандарының һаны 14- кә еткән.
Милли метеобюро
мәғлүмәттәре буйынса, циклон Фиджиҙан яйлап көньяҡҡа йүнәлә, артабан елдең
тиҙлеге кәмейәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий