Мәскәүҙәге Федерация Советы бинаһы алдындағы берәм-
һәрәм пикеттар ҡулға алыуҙар менән тамамланды.
Рәсәй парламентының Юғары палатаһы шаршамбы көн
американлыларға Рәсәй балаларын аҫрауға алыуҙы тыйыусы “Дима Яковлев”законын ҡараны.
Ҙур Дмитровка бинаһы алдында ҡулға алынғандар араһында документҡа ҡаршы
сығыусылар ҙа, уны яҡлаусылар ҙа булды. Полицияның эшмәкәрлегенең формаль сәбәбе- пикетта тороусыларҙың
араһы 50 метрҙән кәм булыуында. Акцияла ҡатнашыусыларҙың раҫлауынса, тәртип
һағында тороусылар ҡулға алыуҙарҙың сәбәбен аңлатып тормаған.
Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко
сенаторҙарҙы закон проектын яҡларға саҡырҙы һәм Кремлдең үҙенә баҫым яһамауын
белдерҙе. Бынан алда документтың идеяһын президент Путин хуплағайны. Шуға
ҡарамаҫтан, ҡайһы бер Рәсәй хөкүмәте ағзалалары американлыларҙың Рәсәй
балаларын аҫрауға алыуына кәртә ҡуйыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуына шик белдерҙе.
“Дима Яковлев законы” АҠШ ҡабул иткән, Вашингтон
фекере буйынса, кеше хоҡуҡтарын боҙоуға ҡатнашы булған Рәсәй чиновниктарына
ҡарата индерелгән “Магнитский акты”на яуап булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий