Ҡазахстандың көньяғындағы Шымкент ҡалаһынан алыҫ түгел
булған авиаһәләкәт 27 кешенең ғүмерен
өҙгән. Фажиғә урынынан хәбәр итеүҙәренсә, хәрби Ан-72 самолеты бортында
Ҡазахстандың милли именлек сик буйы хеҙмәте Комитетының юғары дәрәжәле
хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ илдең сик буйы хеҙмәте директоры вазифаһын вағытлыса
биләгән кеше булған.
Ан-72 Шымкентҡа Астананан юллана. 3 сәғәт осоштан һуң,
самолет радар экрандарынан юҡҡа сыға.
“Һәләкәт мәлендә самолет 4 өлөшкә ярылды, тирә- йүндә
кәүҙәләр аунап ята ине,-ти ваҡиғаның шаһиты.-Урындағы халыҡ йүгереп килгәндә,
был урынды полиция уратып алғайны, унда берәүҙе лә үткәрмәнеләр. Яҡыныраҡ килә
лә алманыҡ.”
Ан-72 ҡалдыҡтары аэропорттан 20 километр алыҫлыҡта
табылды. Фажиғә урынында, уның сәбәбен асыҡлау өсөн, комиссия эшләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий