понедельник, 24 декабря 2012 г.

Сүриә: Хәлфиәләге ҡырылышта оппозиция властарҙы ғәйепләй.



Йәкшәмбе көн Хама провинцияһының Хәлфиә ҡалаһындағы баш күтәреүселәрҙең позицияларына хөкүмәт көстәренең авиаһөжүме һөҙөмтәһендә Сүриәнең тиҫтәләрсә тыныс халҡы һәләк булған. Урындағы хоҡуҡ һаҡлаусылар хәбәр итеүенсә,  бомбалар ҡорбаны- икмәк артынан сиратта торған тыныс граждандар.

Халыҡты аҙыҡ- түлек менән тәьмин итеүсе баш күтәреүселәрҙең әйтеүенсә, һәләк булғандар араһында ҡатын- ҡыҙҙар, балалар бар, тиҫтәләгән кеше тән йәрәхәттәре алған. Үҙҙәренең һүҙҙәрен раҫлау өсөн, оппозиция активистары видеяҙма тарата, унда емереклектәр, яралылар һәм самолет күренә. Видеояҙма шундай һүҙҙәр менән оҙатыла: “МИГ-тар бомбаға тота. Донъя, күр, был ҡырылыш Хәлфиәлә.”

Сүриәлә уҙған йылдың мартында башланған сыуалыштар ҡораллы бәрелештәргә әйләнеп китте. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, был осорҙа 40 000-дән ашыу кеше һәләк булған.

Сүриәгә БМО-ның һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус вәкиле Лахдар Брахими килде. Яҡын көндәрҙә ул Сүриә властары вәкилдәре, шулай уҡ президент Бәшәр Асад менән осрашасаҡ һәм сираттағы тапҡыр уларҙы баш күтәреүселәр менән компромисҡа барырға өндәп ҡараясаҡ, тип көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий