понедельник, 24 декабря 2012 г.

Эксперттар: Төньяҡ Корея ракеталары АҠШ- ҡа барып етә ала.



Көньяҡ Корея республикаһы белгестәре,Төньяҡ Корея осорған ракета ҡалдыҡтарын тикшереп, шундай ҡарарға килгән: “Ынха-3” (“Млечный путь – 3”) ракета осороу ҡоролмаһы ауырлығы 600 килограмм булған боеголовкаларҙы 10 мең километр алыҫлыҡҡа, йәғни АҠШ-тың көнбайыш ярҙарына ҡәҙәр алып барып еткерергә һәләтле.

Эксперттарҙың һөҙөмтәһе буйынса, был континент- ара баллистик ракеталар технологияһын һынаубулған.

Ауыр “Ынха-3” ракетаһы 12 декабрҙә Һары диңгеҙ буйында урынлашҡан Сохэ полигонынан старт ала. Ул орбитаға “Балҡыусы йондоҙ-3” Ер юлдашын сығара. Уңышлы осоштан һуң, бөтә ил эйфория хәлендә.

Яһалма юлдашты төҙөүселәр хөрмәтенә ойошторолған дәүләт банкетында сығыш яһап, ил башлығы Ким Чен Ын осоштоң “корея милләте тарихындағы иҫ киткес мөһим ваҡиға” булыуын билдәләп үтте. “Донъялағы бер генә көс тә илебеҙҙең алға табан үҫешенә кәртә була алмаясаҡ,-”тип белдерҙе Ким Чен Ын.

Комментариев нет:

Отправить комментарий