понедельник, 24 декабря 2012 г.

Вьетнам: “Раштыуа бомбалары”на 40 йыл.



Вьетнамда илдең төняғына американлылар тарафынан ташланған“Раштыуа бомбалары”ның 40 йыллығын билдәләйҙәр. Ханойға һәм Хайфонға төбәлгән көслө авиация һөжүме ваҡытында 20 000 тонна бомба ырғытыла. Вьетнамлылар 34 Б-52 бомбардировщигын бәреп төшөрә, уларҙың ҡалдыҡтары туристарҙы әле булһа үҙенә йәлеп итә.

“Бында нығытма ине,- тип һөйләй Ханой кешеһе.-Беҙ шунда йәшендек, әммә ул емерелеп төштө. Мине һөйрәп сығарғас, олатайым, ағайҙарым, һеңлеләрем, апайым да шунда булыуын әйттем. Уларҙы таптылар, тик барыһы ла һәләк булғайны.”

Бомбаларҙың дөйөм ауырлығы Хиросимаға ташланған атом бомбаһы тротил эквивалентына тап килә. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң булып үткән киң масштаблы иң ҙур һауа операцияһы Парижда тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәргә, килешеү төҙөүгә алып килде һәм күп тә үтмәй Америка ғәскәрҙәре Вьетнамдан сығарылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий