суббота, 22 декабря 2012 г.

Бюгараштағы ахыры заман.



Бюгараш- Пириней итәгендәге француз ауылы -яҡындағы тау аҫтында “осоусы тәрилкәләр парковкаһы” барлығына һәм бында йыйылған198 урындағы кешене, 150 полицейскийҙы һәм 250 репортерҙы сит ил планета халҡы ахыры замандан ҡотҡарасағына ышанғандарҙы үҙенә йәлеп итте. Шулар араһында, бындай мөмкинлектән файҙаланып ҡалыр өсөн, Лондонды ташлап киткән беҙ фәҡирегеҙ, “Евроньюс” хәбәрсеһе лә бар.
Ул ҡәҙәр ҡунаҡтарҙы быға ҡәҙәр күрмәгән ауыл халҡы ахыры замандан файҙаланып ҡалырға өмөтләнә. Барҙа йыш булған әҙәм глобаль фекерләй:
“Бюгараштағы хәлдәр яҡшы реклама булыр, тип уйлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, эштәр бында ал да гөл түгел. Региондағы хәлдәр насар. Сауҙа йәһәтенән дә, сәнәғәт йәһәтенән дә насар. Шуға күрә был тонсоҡҡан кешегә бирелгән кислород менән бер.”
Бар хужабикәһе рәхәтләнеп килемен иҫәпләй:
“Бөгөн иртән клиенттар күп булды, урындағылар ҙа килде, “теге яҡтылыҡ эҙләүселәр ҙә.” Мутлашыу, әлбиттә, был, әммә сауҙа өсөн файҙаһы ҙур.”
“Әҙәмдәрҙе үҙенә тарта икән, ниңә файҙаһын күрмәҫкә. Ниңә ашаған ашыңа төкөрөргә, Лурд йә Рим һымаҡ тартып тора икән, файҙаһын мотлаҡ күрергә кәрәк,-”ти урындағы табут яһаусы.
Әйтергә кәрәк, өҫтәмә килем алыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ апокалипсистың тиҙерәк бөтөүен, йәнә тыныс йәшәүҙе уйлай.
“Бешергән әйберҙәремде бөгөн күберәк һаттым. Алыусылар иртүк килде. Мин бик ҡәнәғәт, аҡсаны арыу эшләнем,-”ти күмәсхана хужаһы.  “Сауҙа яҡшы барғас, ахыры заман көн һайын булып тороуын теләр инегеҙме?-”тигән һорауға ул шулай ҙа кире яуап бирҙе: “Юҡ. Тиҙерәк тамамланһын инде. Яҡшы нәмә күп булырға тейеш түгел.”
Осоусы тәрилкәләр төшөрөлгән открыткаларҙы, эсеп бөтөлмәгән урындағы виноны киләһе ахыры заманға ҡәҙәр йәшереп торорға була.
“Әгәр артымдағы Бюгараштың башы түбән тороуын, тирә- яғымда сит планета кешеләренең булмауын күрәһегеҙ икән, бәлки, ысынллап та, был шаяртыу тамамланғандыр,-”ти“Евроньюс” хәбәрсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий