суббота, 22 декабря 2012 г.

Дәүләт сәркәтибе посына Обама Керриҙы һайланы.



АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе посын Хиллари Клинтондан һуң, алдан көтөлгәнсә, Джон Керри биләйәсәк. Президент Обама, йома көн был турала иғлан итеп, Керри кандидатураһының Америка дипломатияһы өсөн идеаль булыуын белдерҙе:

“Мин ҙур ғорурлыҡ менән АҠШ дәүләт сәркәтибе вазифаһын биләйәсәк кешенең исемен атайым: ул-Джон Керри. Джон донъяның төрлө илдәре лидерҙарының хөрмәтен һәм ышанысын яуланы. Уға ниндәйҙер ҙур профессиональ әҙерлек кәрәкмәй. Ул сенаттағы коллегаларының да, демократтарҙың һәм республиканлыларҙың, хөрмәтен һәм ышанысын яуланы. Шуны ла әйтеп китеүҙе кәрәк табам: Джон Керри кеүек шул ҡәҙәр күп президенттарҙы, премьер- министрҙарҙы, тышҡы сәйәсәтебеҙ алдында торған мәсьәләләрҙе яҡшы белгән кешене табыуы ҡыйын, ә был киләһе йылдарға Америка дипломатияһына етәкселек итеү өсөн уның кандидатураһының идеаль булыуы хаҡында һөйләй.”

Керри кандидатураһын артабан сенат раҫларға тейеш. Обама был яҡын арала эшләнер тигән ышаныс белдерҙе, сөнки  идара итеүсе Демократик һәм оппозициялағы Республика фирҡәләре сенаторҙары быға ҡәҙәр сит ил эштәре буйынса сенат комитетына етәкселек иткән 69 йәшлек Вьетнам һуғышы ветераны кандидатураһын яҡлауҙарын белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий