пятница, 21 декабря 2012 г.

Брюсселдә Рәсәй- ЕС саммиты башлана.



Рәсәй президенты Владимир Путин Брюсселгә 30-сы Рәсәй-ЕС саммитына килде. Кесаҙна кис ул  Европа советы рәйесе Херман ван Ромпей һәм Еврокомиссия рәйесе Жозе Мануэл Бароззу менән киске аш табыны янында осрашты.
Саммиттың рәсми өлөшө йомаға тәғәйенләнгән. Энергетик хеҙмәттәшлек һәм халыҡ- ара проблематика  һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы булып тора.
Саммитта ҡатнашыусыларҙың бер- береһенә үпкәләре әҙер. Евроберләшмә Рәсәйҙәге демократия һәм кеше хоҡуҡтары торошона ризаһыҙлыҡ белдерә, Pussy Riot өҫтөнән суд процесын һәм оппозицияны эҙәрлекләүҙе тәнҡитләй.
Рәсәй яғы иһә Балтик буйы хөкүмәттәрендә әҙселекте тәшкил иткән рус телле халыҡтың хоҡуҡтары боҙолоуын, был илдәрҙә нацистарҙы герой дәрәжәһенә күтәреүҙе тәнҡитләй. Шулай уҡ Еврокомиссияның монополияға ҡаршы“Газпрома”ға ҡарата тикшереү эше асыуҙарын да урап үтмәйәсәктәр. Евроберләшмә Рәсәй нефть гиганты Үҙәк һәм Көнсығыш Европа баҙарында конкуренцияға кәртә ҡуя тип шикләнә.
Президент Путин Рәсәй һәм ЕС араһында визаһыҙ режимға күсеү хаҡында һөйләшергә лә ниәтләй. Мәскәү 2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарына ҡәҙәр был тормошҡа ашыр, тип өмөтләнә. Әммә, аналитиктарҙың фекере буйынса, рәсәйлеләр өсөн визаны бөтөрөү мәсьәләһен хәл итеүҙе Брюссель баҫым яһау сараһы сифатында оҙаҡҡа һуҙасаҡ.
Киләһе Рәсәй- ЕС саммиты Санкт- Петербургта 3-4 июндә буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий