пятница, 21 декабря 2012 г.

Пак Кын Хе: “Корея ярымуртауында мин яңы эраны асасаҡмын.



Корея Республикаһы президенты Пак Кын Хе кесаҙна көн үҙенең эшендә милли  именлек мәсьәләһе приоритетлы урында торасағын белдерҙе.

Яңы вазифаға эйә булыу менән, Пак ханым Ҡытай һәм Япония илселәре менән осрашты.
Яңы хөкүмәт башлығы Төньяҡ Корея вәкилдәре менән дә һөйләшеүҙәр башларға, әгәр Пхеньян ядро ҡоралын булдырыу программаһынан баш тартһа, күршеһенә ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә итте.

Пак Кын Хе, Көньяҡ Корея президенты:

“Төньяҡ Кореяның ҙур алыҫлыҡҡа ракета осороуы именлегебеҙҙе тәьмин итеү мәсьәләһенең етди тороуын күрһәтте. Мин халҡыма биргән вәғәҙәмде үтәйәсәкмен, милли именлек принциптарына һәм ышаныс дипломатияһына таянып, Корея ярымутрауында яңы эраны асасаҡмын.”

Аналитиктар Пак Кын Хе үҙенән алда был вазифаны биләүселәрҙән айырмалы рәүештә тигеҙ сәйәсәт алып барыр, региондағы бөтә илдәр менән дә хеҙмәттәшлек булдырыр, тип өмөтләнә:

“Президент Ли Мён Бак администрацияһы Ҡытай һәм Төньяҡ Корея менән мөнәсәбәттәргә иғтибарҙы кәметеп, АҠШ менән альянсҡа артыҡ ҙур әһәмиәт бирҙе. Яңы һайланған президент Пак Кын Хе күршеләребеҙ менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыр һәм Ҡытай менән Төньяҡ Кореяға ҡарата позитив именлек сәйәсәте алып барыр, тип ышанғы килә”.

Яңы хөкүмәт башлығы Пак Кын Хе һөжүм ҡорбаны булған ата- әсәһе-илдең элекке президенты Пак Чон Хи һәм уның ҡатыны ҡәберенә зырат ҡылыуҙы ла планлаштыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий