пятница, 21 декабря 2012 г.

Пакистанлылар прививкаларҙы дауам итеү яғында.



Пакистанда врачтарҙы- балаларҙы полиомиелиттан вакцинациялау кампанияһы ағзаларын күмәләр. Һуңғы бер нисә көн эсендә билдәһеҙ кешеләр ҡулынан 9 медицина хеҙмәткәре һәләк булды. Һөжүм өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә берәү ҙә алманы. Пакистанлыларҙың фекере буйынса, бының артында талиптар йәки алдарына сәйәси маҡсаттар ҡуйған башҡа төркөмдәр тора:
Был кампанияға берәү ҙә ҡаршы түгел. Ҡапыл ғына врачтарға ҡаршы көс ҡулланыуҙар башланыуын бер нисек тә аңлай алмайбыҙ. Былар барыһы ла һайлауҙарҙы кисектереүгә йүнәлтелмәнеме икән, тип уйлайбыҙ.”
Исламабад халҡы, кеше үлтереүселәргә асыуҙарын белдереп, вакцинацияны дауам итеүҙе яҡлап, хатта демонстрацияға сыҡты, сөнки БМО медицина бригадаларының эшен туҡтатып торорға мәжбүр булғайны.
Пакистан матбуғаты һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, мосолман дин әһелдәре был һөжүмдәрҙең экстремистик- дини нигеҙле булыуын инҡар итә һәм вакцинацияны дауам итеү яғында тора.
Пакистан-полиомиелит эндемик ауырыу булып ҡала килгән өс илдең береһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий