пятница, 21 декабря 2012 г.

Ален Афлелу Лондонға күсә.



Француз маркалы күҙлектәр етештереүсе Ален Афлелу Лондонға күсә. Францияның иң бай эшҡыуарҙары рейтингыһында 204-се юлды биләгән бизнесмен махсус коммюникелә үҙенең күсенеүен һалымдан ҡасыу түгел, тип аңлатты. Афлелу илде алмаштырырға ҡарар итеүен төп акционерының-«Лион капитал» фондының талабы менән аңлата.

Күҙәтеүселәр фекере буйынса, Афлеланың ҡарары социалистар хөкүмәтенең йыллыҡ килеме миллион евронан артҡандарға 75% күләмендә һалым һалырға ниәтләүенә бәйләнгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий