пятница, 21 декабря 2012 г.

Рәсәй балаларын американлыларға бирмәйәсәктәр.



Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй һәм сит ил журналистары өсөн ҙур матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ул 4,5 сәғәт дауам итте. Башҡа һорауҙар менән бер рәттән Магнитский эше, 6 майҙа Болотный майҙанында ҡулға алынғандарҙың яҙмышы, американлыларға Рәсәй балаларын аҫрауға алыуҙы тыйыусы закондар хаҡында һорауҙар бирелде. Көнэлгәре уны Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа АҠШ-тың “Магнитский акты”на яуап итеп ҡабул итте.

“Бөтә эш шунда: улар Советтарға ҡаршы Джексон- Веник законын Рәсәйгә ҡаршы икенсе закон менән алмаштырҙы. Һаман үткәндәр менән йәшәйҙәр- шунһыҙ булдыра алмайҙар. Был бик насар. Был беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе боҙа.

Беҙҙең балаларҙы сит ил кешеләре тарафынан аҫрауға алыуға килгәндә, йәмәғәт фекерен асыҡлау мәғлүмәттәре буйынса, күпселек Рәсәй граждандары быға ҡаршы.”

Көнбайыш журналистарының береһе. Көнбайыштың Сүриә президенты Бәшәр Асадтың отставкаға китеүе яҡлы булыуын иҫкә төшөрөп, Сүриә хәлдәренә аңлатма биреүен һораны.

Беҙҙең тәҡдим, позиция нимәнән ғибәрәт? Кешеләр иң тәүҙә нисек йәшәргә теләүҙәре, именлек һәм дәүләт менән идара итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләшеп килешергә һәм шул килешеүгә ярашлы үҙгәртеп ҡороуҙар башларға тейеш.”

Михаил Ходоковский хаҡында һүҙ ҡуҙғатылды. Кесаҙна көн суд ЮКОС-тың элекке башлығына төрмә срогын 11 йылға ҡәҙәр ҡыҫҡартты- ул 2014 йылда иреккә сығасаҡ. Был, Путин һүҙҙәре буйынса, Рәсәй ҡануниәтен үҙгәртеү арҡаһында мөмкин булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий