четверг, 20 декабря 2012 г.

Америка сержантына үлем язаһы янай.



Афғанстанда 16 кешене атып үлтергән Америка амияһының сержантына үлем язаһы янауы ихтимал. АҠШ-тың Льюис- Маккорд базаһында буласаҡ хәрби трибунал ултырышы ошондай яза биреү яғында. Судтың ҡасан башланасағы әлегә билдәле түгел.

Ошо йылдың мартында илдең көньяғындағы Кандагар провинцияһында бер сәбәпһеҙгә Бейлз күбеһенсә ҡатын- ҡыҙҙарҙан һәм балаларҙан торған афғанлылар төркөмөнә ут аса.

Бейлз хәрби хеҙмәткә 2001 йылдың 11 сентябрендәге терракттан һуң алына, 3 тапҡыр Иракта була һәм контузия ала. Афғанстанға китергә ул теләмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий