Рсәйҙең үҙәк өлөшөндәге ғәҙәттән тыш һалҡындар
шишәмбегә һынырға тейеш. Дүшәмбе- тәүлектең уртаса температураһы 10-13 градусҡа
түбән булған был һыуыҡ осорҙоң һуңғы көнө. 25-енә ҡараған төн һыуыҡ буласаҡ
әле- минус 24 градус, ә көндөҙ минус 15-кә ҡәҙәр йылытасаҡ.
Польша юлдарындағы хәлдәр шәптән түгел: сатнама
һыуыҡтар, ҡар яуыу арҡаһында, юлдарҙы таҙартыусы бригадалар эштәрен атҡара
алмай, бөтә ерҙә бейек көрттәр. Юлдарҙа күп саҡрымдарға һуҙылған автомобилдәр
теҙеме һуҙылып киткән. Боҙлауыҡтар арҡаһында юл фажиғәләре булып тора.
Ә бына Францияла католиктарҙың Раштыуаһы алдынан ифрат
йылы. Мәҫәлән, Биарицала +24,5, хатта һыу инергә мөмкин. Әммә ел һәм ямғыр
француздарҙың байрам кәйефен бер аҙ боҙоуы ихтимал. 25 декабрҙә һауа
температураһы +16 градус самаһы буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий