вторник, 25 декабря 2012 г.

Афғанстан.Полицияла ҡатын- ҡыҙҙар.



НАТО көстәренең Америка советнигын билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ҡатын кеше- полиция агенты үлтереүе Афғанстанда тәүге осраҡ.
Ике йыл элек кенә полицияға ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итә башланылар. Төп күнекмәләр үткәреү   үҙәге Кабул ситендә урынлашҡан. 2014 йылда, НАТО көстәре Афғанстанды ҡалдырып киткәс, илдә үҙаллы тәртип булдыра алһындар өсөн, полицейскийҙарҙы бында бөтә нәмәгә өйрәтәләр.
“Полицияға эшкә ингәне бирле, бик күп аноним шылтыратыуҙар алам. “Ни өсөн полицияла хеҙмәт итәһең?-” тиҙәр, янайҙар. Әммә мин янауҙарҙан ҡурҡмайым. Полицияла эшләүем һәм ағайҙарым менән бергә илемә хеҙмәт итеүем менән ғорурланам,-”ти Фәриҙә Хашими.
Ҡатын- ҡыҙҙарҙы тентеү, кәрәк булғанда, йорттарҙың, рәсми биналарҙың ҡатын- ҡыҙҙар яғына инеү өсөн, ислам илендә ҡатын- ҡыҙ полицейскийҙар кәрәк.
“Афғанстан- көслө традициялар иле. Кешеләргә шуны әйткем килә: ҡатын- ҡыҙҙарға полицияла хеҙмәт итергә, уҡырға, иленә хеҙмәт итергә мөмкинлек биреү ваҡыты етте,-”ти полковник Әхмәт Шах.
Президент Хәмит Карзай күптән түгел шулай тип белдерҙе: 2014 йыл аҙағына Афған милли полицияһын 5 мең ҡатын- ҡыҙ тулыландырасаҡ. Бөгөнгө көндә полицияла 1850 ҡатын хеҙмәт итә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий