Һиндостандың
төньяғында 17 йәшлек ҡыҙ үҙ- үҙенә ҡул һалған. Уны өс ир урлап мыҫҡыл иткән.
Әммә полиция эште судҡа алып барып еткермәгән, хатта власть вәкилдәре ғаиләне
эште тыныс ҡына хәл итергә өндәгән, һөҙөмтәлә, ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Был фажиғә, ҡатын-
ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлап, яңы манифестацияларға сығыуға этәргес булды. Ҡаршылыҡ
акциялары, бер нисә әҙәм аҡтығы студент ҡыҙҙы автобуста сәғәт буйы көсләп, туҡмап, китеп барған транспорттан
ырғытып киткәндән һуң башланды һәм ике аҙна самаһы дауам итә.
Һиндостан милли
конгесс рәйесе Соня Ганди һөйләй:
“Уның тиҙерәк һауығыуы
һәм был яуызлыҡты эшләгән енәйәтселәрҙең тиҙерәк суд алдына баҫыуы- хәҙер беҙҙең
берҙән-бер теләк.”
Сингапур врачтары 23
йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшә. Уның хәле бик ауыр. Фажиғә хаҡында хәбәр илдә
сыуалыштар башланыуға сәбәпсе булды, был сыуалыштарҙа, бер полицейскийҙы ла индереп, тиҫтәләрсә кеше зыян күрҙе.
Рәсми статистика
буйынса, Һиндостанда һәр 18 сәғәт һайын көсләүҙәр булып тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий