вторник, 1 января 2013 г.

Сомали: пираттарҙа 3 йыл әсирлектә булғандан һуң- азатлыҡ.



Сомали пираттарында 3 йыл әсирлектә булған 22 кеше Кенияға юлланды. Филиппин, Һиндостан, Йәмән, Судан, Гана һәм Пакистан граждандарынан торған аманаттар төркөмө 23 декабрҙә өс аҙна дауам иткән Сомали хәрби- диңгеҙ көстәре операцияһы һөҙөмтәһендә азат ителде.

Бөтә әсирҙәр ҙә Панаманың Iceberg 1 компанияһы моряктары. Бортта 24 моряк булған. Өс йылға һуҙылған әсирлек ваҡытында- был Сомали пираттары тарихындағы иң оҙайлы срок-2 кеше    вафат булған.

Джевел Квеси Ахиабле, Гана инженер- электригы:

“Беҙҙе азат иткәс, бөтәбеҙ ҙә шатлыҡтан иланыҡ. Караптан төшкәндә, кемде ярҙа осратырыбыҙҙы белмәнек. Беҙҙе кәмәләр менән алып сыҡтылар. Бөтә әсирҙәр өсөн 3 баржа кәрәк булды. Ергә аяҡ баҫҡас, тубыҡланып ерҙе үптек, ҡотолоуыбыҙ өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыныҡ.”

Һуңғы йылдағы Сомали ярҙарында сомали пираттарының караптарға һөжүм статистикаһы өмөтлөрәк була башланы, әммә 100 самаһы кеше пираттарҙа һаман да әсирлектә. Уҙған февралдә Евроберләшмә Сомали һыуҙарындағы халыҡ- ара операциялар мандатын 2014 йылдың декабренә ҡәҙәр һуҙҙы.

Комментариев нет:

Отправка комментария