вторник, 1 января 2013 г.

Меркель: иҡтисади хәлдәр бик үк ыңғай булмасаҡ, әммә түҙергә кәрәк.



Дөйөм алғанда, 2013 йылда Германияла һәм Европала иҡтисади хәлдәр “бик үк ыңғай булмаясаҡ”-был хаҡта канцлер Ангела Меркель ғәҙәткә ингән Яңы йыл мөрәжәғәтендә белдерҙе.

Евро зонаһының алдынғы иҡтисал башлығы фекеренсә, европалыларға үткәрелгән реформа һөҙөмтәләрен күреү өсөн, “түҙемлек” һәм “рух ныҡлығы” кәрәк буласаҡ, сөнки көрсөк әле булһа дауам итә.

“Иҡтисади хәлдәр киләһе йылда ҡатмарлы буласаҡ, тик был күңел төшөнкөлөгө өсөн сәбәп булырға тейеш түгел, киреһенсә, ул беҙгә яңы көс өҫтәргә тейеш!-”тип белдерҙе ул.

Ангела Меркель сентябрҙәге киләһе парламент һайлауҙарының фавориты булып иҫәпләнә. Уның менән ярышҡа социаль- демократтарҙан, моғайын, Пеер Штайнбрюк сығыр, ләкин уның һайлау алды кампанияһындағы сығышы бәхәстәр тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Штайнбрюк идара итеүсе канцлерҙың ҡатын кеше булғаны өсөн генә ҡатын-ҡыҙҙарҙың уны яҡлауы тураһында әйтеп һалды. Енестәрҙең тигеҙлеген алға һөргән фирҡә (СДПГ) ағзаһының был белдереүе ҙур ғауға тыуҙырҙы. Уның йәнә бер фекере халыҡҡа мәғлүм булды: канцлер хеҙмәте “тейешенсә баһаланмай”(айына 17 мең евро) Caisse d’epargne региональ банк бүлеге директоры күпкә юғары эш хаҡы ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий