вторник, 1 января 2013 г.

Путин рәсәйлеләрҙе берҙәмлеккә саҡырҙы.



Декабрҙең һуңғы көнөндә Мәскәүҙең Триумфаль майҙанында алдан килешелмәгән“Стратегия-31” акцияһының 20-нән ашыу ағзаһы ҡулға алынды.

Ҡулға алынғандар, “Другая Россия” коалицияһы рәйесе Эдуард Лимоновты ла индереп, бер нисә сәғәттән иреккә сығарылды. Демонстацияла 50 самаһы активист ҡатнашты.

Рәсәй граждандарына яңы йыл мөрәжәғәтендә президент Владимир Путин милләтте берҙәмлеккә һәм Ватанды һөйөргә саҡырҙы:

“Бергә булғанда ғына беҙ, Рәсәй халҡы, ышаныслы рәүештә алға бара, бөтә һынауҙарға ҡаршы тора, иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисә, көслө, уңышлы дәүләт төҙөй, заманса уңышлы һәм ирекле йәмғиәт төҙөй аласаҡбыҙ.”

Президенттың матбуғат хеҙмәте Владимир Путиндың байрамды үҙ ғаиләһе менән үткәрергә йыйыныуы тураһында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий