среда, 2 января 2013 г.

“Евроньюс”: 20 йыл үткәс.



20 йыл элек 1993 йылдың 1 ғинуарында 14 сәғәт 35 минутта инглиз, француз, немец, испан һәм итальян телдәрендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән дөйөм европа мәғлүмәт каналаының тәүге яңылыҡтар сығарылышы эфирға сыҡты.

Йылдар үтте, яңы тапшырыуҙар, яңы техника барлыҡҡа килде, каналдың сәйәсәте генә үҙгәрмәне: “һәр кемгә донъялағы ваҡиғаларға үҙ фекерен булдырырға мөмкинлек тыуҙырған,  дөрөҫ, объектив, ышаныслы сығанаҡтарҙан алынған, ысынбарлыҡҡа таянған мәғлүмәттәр  генә бирелде”.

10 йыллыҡ юбилейынаЕвроньюсаудиторияһын киңәйтте, 5 телгә йәнә икәү өҫтәлде: 1999 йылда португал теле өҫтәлһә, 2001 йылдың 17 сентябрендә Евроньюс рус телендә һөйләй башланы.

10 йылдан һуң, Америка CNN-дарының уңышлы эшләүсе көнәркәше барлыҡҡа килде.

2008 йылда “Евроньюс,”ғәрәп телендә һөйләй башлап, яңы тамашасылар йәлеп итеү сәйәсәтен дауам итте, 2010 йылда төрөк һәм фарсы телдәрендә лә һөйләй башланы ул. Ә бер йылдан “Евроньюс”-тың украин версияһы барлыҡҡа килде.

Бөгөн телекомпания штатында 300 даими хеҙмәткәр, шул иҫәптән 170 кеше- төрлө ил журналстары. 20 йыл элек эш башлағандарҙың күбеһе бөгөн дә редакцияла эшләй.

Хәҙер “Евроньюс”-ты донъяның 150 илендә 12 телдә ҡарарға мөмкин. Уның көндәлек аудиторияһы 6 миллион тамашасынан ғибәрәт, шулар араһында БМО-ның Генераль сәркәтибе Пан Ги Мун да бар:

“Мин ихлас рәүештә шуға ышанам: “Евроньюс” яңылыҡтары артабан да халыҡ- ара йәмәғәтселектең өмөттәрен аҡлар. ”

Комментариев нет:

Отправить комментарий