среда, 2 января 2013 г.

Иордандың Көнбайыш яры: Кусра ауылы янындағы сыуалыштар.



Дүшәмбе көн Көнбайыш ярҙың төньяғындағы Кусра ауылында йәшәүсе фәләстиндар һәм күскенсе израиллеләр араһында бәрелештәр булды. Таштар һәм яндырғыс ҡатнашма һалынған шешәләр эшкә егелде. Фәләстин сығанаҡтары буйынса, бәхәс зәйтүн ағастарын ултыртыу арҡаһында килеп сыҡҡан. Тәртипһеҙлектәрҙе туҡтатыу өсөн, Израиль армияһына был эшкә ҡыҫылырға тура килгән.

Шул уҡ Көнбайыш ярҙа Хеврондан алыҫ түгел Бейт- Омар ауылында билдәһеҙ кешеләр бер фәләстин ғаиләһенең автомобилен һәм тракторын яндырған, яҡындағы биналарҙың береһендә ғәрәптәргә ҡаршы йөкмәткеле яҙмалар барлыҡҡа килгән.

Иерусалимда дүшәмбе көн полиция оҙатыуында бульдозерҙар законһыҙ рәүештә төҙөлгән фәләстиндар йәшәгән йортто емергән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий