Һиндостанда ҡатын- ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙарға
ҡаршы демонстрациялар туҡтамай. 23 йәшлек ҡыҙҙы автобуста күмәкләп көсләүҙәре,
туҡмауҙары халыҡтың асыуын ҡабартты.
Был юлы акция Һиндостандың баш ҡалаһы Нью-Дели урамдарында
үтте, унда ҡатнашыусылар араһында баш ҡала эштәре буйынса төп министр Шейла
Дикшит та бар ине. Көс ҡулланыу ҡорбаны хөрмәтенә ул Махатма Ганди мемориалына
сәскәләр һалды.
Был ваҡытта йәнә бер асыулы ҡатындар төркөмө “Көсләүсе”коктеле
тәҡдим иткән урындағы билдәле барҙы ҡыйратты. Акцияла ҡатнашыусылар коктелен
әүҙем рәүештә маҡтап тәҡдим иткән бар хужаһын ҡулға алыуҙы талап итте.
Видия Чаван, Милли конгресс фирҡәһе депутаты:
“Ҡатын- ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеүҙе ерәнес енәйәт тип
иҫәпләмәгән һәм бынан үҙ файҙаһын күргәндәрҙе тыңлауы ла оят. Бар хужаһы быны
күңелле шаяртыу тип уйлағандыр, ә минеңсә, ул ҡатын- ҡыҙҙы хөрмәт итмәй.”
Һиндостанда ҡатын- ҡыҙҙы мыҫҡыл итеү киң таралған.
Балаларҙы өйләндереү, кешеләр менән һатыу итеү һәм ритуал үлтерештәр берәүгә лә яңылыҡ түгел.
Комментариев нет:
Отправить комментарий