Грецияла йәшәү кимәле
ныҡ хөртәйҙе, бик күптәр мохтажлыҡ кисерә. Иҡтисадсыларҙың күҙаллауҙары
буйынса, бындай кире динамика яңы йылда ла дауам итәсәк.
Һуңғы 2 йыл эсендә
Патры ҡалаһында ризыҡҡа аҡса еткерә алмаусылар һаны икеләтә артҡан. 5 бала
әсәһе булған 31 йәшлек Константина ла шул хәлдә ҡалған:
“Бик ауыр хәлдә
ҡалдым, бер үҙем генә быны йырып сыға алмайым. Балаларым һөт һорай, ә мин быны
уларға бирә алмайым. Эш табырға тырышыуҙарым уңышһыҙ булды, үҙемде урамға
сығарып ташланғандай хис итәм.”
Константина һәм
ҡаланың йөҙҙәрсә кешеһе урындағы властар һәм сиркәү ойошторған аҙыҡ- түлек
хәйриә банкында теркәлгән.
Социаль хеҙмәт вәкиле
һөйләй:
“Мине ишеткәндәрҙең
барыһына ла мөрәжәғәт итәм: беҙгә аҡса түгел, көн һайын арта барған ярлы
граждандарыбыҙға биреү өсөн, аҙыҡ- түлек кәрәк.”
Патры- Грецияның иң
ҙур ҡалаларының береһе, әммә көрсөк арҡаһында байтаҡ предприятиелар ябылған,
ҡаланың һәр бишенсе кешеһе эшһеҙ.
Грецияла эшһеҙлек
кимәле 26 проценттан артҡан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий