вторник, 4 декабря 2012 г.

Путин һәм Эрдоган Сүриәләге хәлдәр хаҡында һөйләште.



Сүриә конфликты Стамбулда һөйләшеүҙәр алып барған Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдогандың төп темаларының береһе булды. Мәскәү һәм Анкара ундағы хәлдәрҙе бер төрлө баһалай, әммә проблеманы хәл итеүгә килгәндә, фекерҙәр айырыла.

Путин, айырым алғанда, Төркиәлә НАТО-ның “Пэтриот”комплекстарын урынлаштырыу  хаҡында бына нимә тине:

“Пэтриот” системаһына килгәндә,был, беренсенән, донъялағы иң яҡшы система түгел, икенсенән, сик буйындағы ваҡиғалар менән бәйле Төркиәнең борсолоуҙарын беҙ уртаҡлашабыҙ, Төркиә етәкселегенең дә, төрөк халҡының да нимә кисергәнен яҡшы аңлайбыҙ, әммә тынысыраҡ булырға саҡырабыҙ, сөнки сик буйындағы өҫтәмә көстәр хәлде йомашартмай, киреһенсә, ҡатмарландыра ғына. ”

Үҙ сиратында Төркиә министрҙар кабинеты башлығы шулай тине:

“Сүриәләге конфликттың тамамланыуына, ҡан ҡойоштоң туҡталыуына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн, сит ил эштәре министрҙары ныҡышмалы эшләргә тейеш. ”

Рәсәй һәм Төркиәнең сит ил эштәре министрҙарына, Сүриә хәлдәрен яйға һалыу өсөн, өҫтәмә консультациялар үткәреү йөкмәтелде.

Ике яҡтың хеҙмәттәшлегенә килгәндә, Владимир Путиндың Стамбулға визиты һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәй һәм Төркиә хеҙмәттәшлек хаҡында 11 килешеү төҙөнө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий