вторник, 4 декабря 2012 г.

Италия-Франция: Лион- Турин поезы яҙмышы.



Франция президенты Франсуа Олланд һәм Италия премьер- министры Марио Монти Франция-Италия саммиты сиктәрендә бөгөн Лионда осрашты. Көн тәртибенең төп темаларының береһе- француздарҙың Лионын һәм итальяндарҙың Туринын берләштереүсе амбициялы тиҙ йөрөшлө тимер юлын төҙөү проекты. Дөйөм декларация аҫтына Франция һәм Италия транспорт министрҙары Олланд һәм Монти ҡатнашлығында үҙ ҡултамғаһын ҡуйҙы.
“Беҙ Италия менән Европа сәйәси проекттар мәсьәләләрендә фекерҙәшбеҙ, был беҙгә тиҙ йөрөшлө Лион- Турин тимер юлын төҙөү планын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.”
Тимер юлы төҙөүҙән тыш, ике ил лидеры оборона проблемаларын һәм, әлбиттә, Европалағы иҡтисади көрсөк мәсьәләләрен дә урап үтмәне.
Франция һәм Италия властарының пландары сиктең ике яғында ла күп һанлы ҡаршылыҡ акцияларына алып килде. Төҙөлөшкә ҡаршы булғандарҙың уйынса, 26 миллиард евроға төшәсәк трасса тәбиғәткә генә зыян һалмаясаҡ, һаман да дауам иткән иҡтисади һәм финанс көрсөгө шарттарында бюджет аҡсаларын юҡҡа әрәм итеү ҙә буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий