Гаагалағы
Халыҡ- ара ғәҙеллек судында дүшәмбе көн Перу һәм Чили араһындағы территориаль
бәхәс ҡарала башланы. Күптәнге үҙ- ара ҡаршылыҡ 1879-1883 йылдарҙағы был
дәүләттәр араһындағы Тымыҡ океан һуғышы эҙемтәләренә барып тоташа.
Ул
саҡта Чили Бөйөк Британия ярҙамы менән күршеләре Перу һәм Боливияны еңеүгә
иреште һәм уларҙың байтаҡ ҡына яр буйҙарын тартып алды.
2008
йылдың ғинуарында Лима, диңгеҙ сиктәре мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итеп, Гаага
судына ялыу бирҙе. Ҡаршылыҡтың ғилләһе-Тымыҡ океандың 55 мең квадрат километр
майҙанын тәшкил иткән балыҡҡа бай өлөшө, уны ике яҡтың да биргеһе килмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий