Дүшәмбе Тверь
өлкәһенең М-10 федераль трассаһында йәнә етди тығындар барлыҡҡа килде. Был юлы
уның сәбәбе һауа торошонда түгел, ә йөк машинаһының ватылыуында. Водителдәрҙең
һүҙҙәре буйынса, тығындың оҙонлоғо 40 километрға еткән. Йоманан йәкшәмбегә
ҡәҙәр М-10- дағы тығындар 200 километрға һуҙылған һәм унда 4 000 йөк
машинаһы ҡуҙғала алмай ултырған.
Водитель: “Беҙ Бөйөк Новгородта тора инек. Беҙҙән өс машина аша- балалы ғаилә. Йәштәре
3- 5 тирәһе. Шул балалар ҡара икмәкте шоколад урынына күреп ашаны.”
Премьер- министр Дмитрий
Меведев тейешле саралар күрергә саҡырҙы. М-10 трассаһы- проблемалылығы һәм
транспорттың күплеге менән айырылып тора. Түләүле тиҙ йөрөшлө Мәскәү- Санкт-
Петербург дублер автомагистрален 2018 йылда төҙөү планлаштырыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий