четверг, 13 декабря 2012 г.

Сүриә ҡасаҡтары: һалҡындар төштө.



Сүриәнең Идлиб провинцияһындағы ҡасаҡтар лагерында гуманитар ярҙам өсөн кешеләр ысын мәғәнәһендә алыша. Төркиә менән сиктәш булған Атмех ауылына аҙыҡ- түлек, кейем, одеялдар килтерҙеләр.

Гуманитар ярҙам бөтәһенә лә етмәй, әлбиттә. Сүриәләге 20 айға һуҙылған ҡораллы конфликт, һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, 3 миллион кешене йәшәгән урындарын ҡалдырырға мәжбүр итте.

Атмех лагерындағы ҡасаҡтарҙың тормошон һалҡын ҡышҡы көндәр иҫ киткес ауырайтҡан.

Аллаһ менән ант итәм, бында бик ауыр. Ямғырҙар яуа, ҙур ғаиләбеҙ палаткала йәшәй, йылыныр өсөн мөмкинлек юҡ. Аҙыҡ- түлек етешмәй. Һыу үткәргестәр юҡ. Сыҙарлыҡ түгел.”
12 меңлек ҡасаҡтар лагерында балалар бик күп. Иҫән ҡалыу өсөн, ололар менән бер рәттән уларға ла ныҡ көрәшергә тура киләсәк.

Абдулла Әхмәт исемле малай Хаманан килгән:

“Бер ай элек йортобоҙға бомба төштө һәм ул емерелде,-”ти ул.
Был бала тән йәрәхәттәре алған, бите, ҡулы бешкән.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар Сүриә ғәскәрҙәренең халыҡ йәшәгән райондарҙа яндырғыс бомбалар ҡулланыуын ҡырҡа ғәйепләй.
Һуғыш дауам итә. Ҡасаҡтарға өмөтләнеп көтөргә генә ҡала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий