Париждың Ғайса пәйғәмбәр әсәһе cоборы- Франция баш
ҡалаһының һәр кемгә лә билдәле символы- ошо көндәрҙә үҙенең 850 йыллыҡ юбилейын
билдәләй.
Изге Людовиктың Ғайса пәйғәмбәрҙең Констонтинополдән
алып ҡайтылған сәнскеле веногын кейеп уҡыған доғалары, революция осоронда
абруйы төшөү, таланыу, Наполеонды император итеп иғлан итеү-Париждың географик
һәм рухи “йөрәге”үҙ ғүмерендә бик күпте күргән.
“Париждың Ғайса пәйғәмбәр әсәһе соборы- халыҡты үҙенә
ылыҡтырып торған Францияның иҫтәлекле урыны, йыл һайын ул 14 миллион кешене
ҡабул итә. Ул француздар өсөн генә ҡеүәтле символ түгел, донъяның төрлө
мөйөштәренән дини кешеләр, туристар килә бында,-”тип хәбәр итә сиркәү алдындағы
майҙандан хәбәрсебеҙ Джованни Маджи.
Емерелеүҙән Виолла-ле-Дюк реставрацияһы
арҡаһында ҡотолоп ҡалған собор, әйтергә кәрәк, ошо исемдәге Гюго романындағы
уның һоҡланғыс портреты ла быға булышлыҡ иткәндер, һигеҙ ярым быуат эсендә иҫәпһеҙ
картина, китап, фильмдар һәм данлыҡлы “Нотр-Дам де Пари”мюзиклы геройына әүерелде.
Собор- ысындан да, башланғыстарҙың башы,
сөнки бөтә француз юлдарының нуленсе километры ошо бина алдында урынлашҡан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий