четверг, 13 декабря 2012 г.

Украина парламенты спикер һайларға һәм премьерҙы раҫларға тырыша.



Украина парламенты бөгөн яңы спикер һайларға, премьер- министр посына Николай Азаров кандидатураһын раҫларға тырышып ҡараясаҡ. Көнэлгәре Юғары Раданың яңы саҡырылышының тәүге ултырышында, төрлө сәйәси көстәр араһындағы етди фекер айырымлыҡтары арҡаһында, быны тормошҡа ашыра алманылар. Ул саҡта эш хатта талаш, бәрелеш, трибунаны һәм президиумды ҡамауға барып етте.

Оппозициянан һайланған, әммә оппозиция фракцияһына инмәгән депутаттар Александр һәм Андрей Табаловтарҙы, һатлыҡ йәндән ҡыҙҙырып, ултырыштар залынан ҡыуып сығарҙылар. “Азатлыҡ”фирҡәһе парламентарийҙары айырыуса ныҡышмалылыҡ күрһәтте, Рада бинаһы янындағы ҡойманы ла яндырып ҡуйҙылар. Уларҙың фекеренсә, халыҡ өсөн парламентҡа юл асыҡ булырға тейеш.

Күкрәктәре менән ғәҙеллек һағына баҫырға яратҡан “Фемен”хәрәкәтенең әүҙем ағзалары ла күләгәлә ҡалманы. Был юлы улар, һөжүмгә күсеп, парламент бинаһына үтеп инергә маташты, әммә милиция уларҙың юлын бүлде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий