четверг, 13 декабря 2012 г.

Япония- Ҡытай: утрауҙар тирәһендә бәхәскә авиация йәлеп ителде.



Көнсығыш Ҡытайҙа урынлашҡан, ҡытайҙар Дяоюйдао, ә япондар Сенкаку тип атаған утрауҙар тирәләй  Пекин һәм Токио араһындағы бәхәстәр ҡырҡыулаша бара. Утрау тирәһендә ҠХР Дәүләт океанография идаралығы самолеты күренеү менән, Япония истребителдәре шул тирәләге һауа киңлектәрендә патруллек эшен башланы.

Сентябрь башында Япония хөкүмәте бәхәсле утрауҙарҙы национализациялау хаҡында иғлан иткәне бирле, уларҙың үҙҙәренеке булыуын иҫбатлау ниәте менән, ике яҡ та әленән- әле диңгеҙҙә быны күрһәтергә тырышты, ә һауала был хәл тәүге тапҡыр булды.

“Беҙҙең территориаль һыуҙарға баҫып ингәндән һуң, бер нисә тапҡыр  иҫкәртеүҙәр яһалыуға ҡарамаҫтан, Ҡытай дәүләте самолетының бөгөн Япония һауа киңлектәренә үтеп инеүе ҡыҙғаныс хәл,-”тип белдерҙе Япония хөкүмәте вәкиле.

Ҡытай, яуап итеп, Япониянан Дяоюдао һауа киңлектәрендә законһыҙ эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап итте. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий