воскресенье, 16 декабря 2012 г.

Балтимор халҡы винтовкаларын икмәккә алмаштыра.



Сэнди Хук мәктәбендәге фажиғә Мэриленд штатында йыл һайын булып торған ҡорал салонына ҡыҙыҡһыныуҙы кәметмәне. Бында килеүселәр яңы күргәҙмәне мауығып ҡарай һәм винтовкалар һәм пистолеттар йөрөтөүгә үҙҙәренең конституцион хоҡуғын яҡларға әҙер тора. Күп кенә башҡа американлылар һымаҡ уҡ, улар  уҡыу йорттарындағы үлтерештәрҙе ҡаты закондар ҡабул итеү менән генә хәл итеп булмаясаҡ, тип иҫәпләй.
Эрл Кёртис ҡорал магазинында һатыусы булып эшләй:
“Һуңғы үлтерештәр 15-25 йәшлектәр тарафынан эшләнде,- ти ул.-Проблеманың асылы нимәлә? Ни өсөн улар ҡапыл аҡылдан шашҡан? Ғиллә бында уларҙың психикаһы торошонда, ә ҡоралда түгел,-”ти Кёртис. Уның фекеренсә, автомобиль дә ҡорал, тик “уға эйә булыуҙы тыйыу тураһында берәү ҙә һүҙ ҡуҙғатмай”.
Ньютаундағы ҡан ҡойоштан һуң, Америкала ҡорал йөрөтөүгә сикләүҙәр хаҡында бәхәстәр йәнә ҡыҙып китте. Коннектикут штатынан элекке сенатор- демократ Кристофер Додд фекеренсә, кисекмәҫтән ниндәйҙер саралар күрергә кәрәк.
“Йәмғиәтебеҙҙә кеше ғүмеренең даими рәүештә хәүеф аҫтында булыуы мине хайран ҡалдыра,- ти ул.-Күптәр үҙҙәрен яһаулы ҡорал менән йөрөргә хоҡуғы бар тип иҫәпләй- бына ни өсөн ул. Ҡасан дөрөҫ һығымта яһарбыҙ икән? Бының өсөн күпме һабаҡ алырға тура килер икән беҙгә?”
Беҙгә кисекмәҫтән етди саралар күрергә кәрәк-тине Ньютаун ҡырылышынан һуң АҠШ президенты Барак Обама.
Хөкүмәт үҙ ҡарарҙарын тәҡдим иткәнгә ҡәҙәр Балтимор ҡалаһы властары шундай инициатива менән сығыш яһаны: улар халыҡҡа пистолет һәм винтовкаларын чекка алмаштырырға тәҡдим итте, ә был чек буйынса супермаркеттарҙа аҙыҡ- түлек алырға мөмкин. Бер йәкшәмбелә генә лә 500 кеше ҡорал тапшырған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий