понедельник, 17 декабря 2012 г.

Жерар Депардьё француз паспортын кире ҡайтарҙы.



 “Мин француз паспортымды кире ҡайтарам һәм үҙем һис ҡасан файҙаланмаған социаль страховкалауҙан баш тартам,-” тип яҙҙы Жан-Марк Эроға асыҡ хатында Жерар Депардьё. Был хат “Журнал дю Диманш” гәзитендә баҫылып сыҡты. Премьер- министрҙың Депардьеның Бельгияла төпләнергә ниәтләүен “бик ҡыҙғаныс” һәм  “кәмһетеүгә лайыҡ”күренеш тип атауы кино йондоҙоноң асыуын ҡабартты. Данлыҡлы актерҙың белдереүенсә, “илдән киткән француздарҙың береһе лә быға ҡәҙәр бындай мыҫҡыллауҙарға дусар булмаған”.

Премьер- министр даирәһе был мөрәжәғәтнамәне “ғауғалы”  һәм “ғәҙәти булмаған” тип баһаланы. Хеҙмәт министры Мишель Сапен актерҙың гражданлыҡтан баш тартыуын “актер шәхсиәтенең түбәнәйеүе” тип, ә мәҙәниәт министры Орели Филипети шулай тип белдерҙе: Депардьё “көрсөк менән алыш ҡыҙған мәлдә, һуғыш яланын ташлап китә.”

Был мәсьәлә буйынса фразцуздарҙың фекере айырыла:

Жан- Марк Эро хаҡлы, был ҡыҙғаныс күренеш!

Миндә булһын ине шундай байлыҡ!”

“Депардьё хаҡлы! Ни өсөн? Ҡарарҙы һәр кем үҙаллы ҡабул итергә тейеш!“

Депардьё  күсенергә йыйынған Франция менән сиктәш булған Бельгия Нешенында һәр өсөнсө кеше- бай француз.

Идара итеүсе социалистар актерҙы ҙур һалымдар түләүҙән ҡаса, тип ғәйепләй.(Яңы йылдан эшләп табылған һәр миллион өсөн 45% күләмендә һалым һалынасаҡ, ә миллиондан артҡан килемгә һалым 75 процентҡа барып етәсәк.)

Актерҙың үҙенең һүҙҙәре буйынса, ул хеҙмәт юлын 14 йәштә башлаған һәм һалым түләүҙән бер ваҡытта ла ҡасамаған, шул рәүешле тыуған хөкүмәтенә 145 миллион евро түләгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий